Ә, белеүегеҙсә, эштәр идарасыһы булыу бик яуаплы ул. Быға тиклем был йөктө Әлибаева Һәҙиә Сибәғәт ҡыҙы тартты. Үҙ эшен белгән һәм яратҡан белгесте хаҡлы ялға оҙатҡас, уның урынын Миләүшә Фәрит ҡыҙы алыштыра.
Миләүшә Фәрит ҡыҙы Вәлиева 1991 йылда Юматовалағы ауыл хужалығы техникумын “Хоҡуҡ белеме” һөнәре буйынса тамамлай. Хеҙмәт юлын иһә “Башҡорт” совхозында юрист булып башлай. Тыуған ауылында, “Юлдыбай” совхозында ла эшләү бәхете тейә белгескә. Һәр саҡ камиллыҡҡа, белемгә һәм юғарыға ынтылған йәш ҡыҙ алған һөнәре менән генә мөрхәтһенеп ҡалмай, Башҡорт дәүләт университеты янында эшләп килгән Хоҡуҡ институтының юридик бүлегенә уҡырға инә һәм 2005 йылда ҡулына юғары белем тураһында диплом ала.
- Юлдыбай ауылындағы 80-се һөнәрселек училищеһы базаһында Өфө дәүләт радиоэлектроника колледжы филиалы асылғас, шунда уҡытыусы булып урынлаштым. Студенттар менән эшләү бик оҡшай ине. Был йылдар иң күңелле хеҙмәт йылдары булып иҫтә ҡалды. Шуға күрә, колледж ябылғас, һөнәрселек училищеһында мастер булып ҡалдым, – тип һөйләй Миләүшә Фәрит ҡыҙы.
2016 йылда белемгә ынтылышы уны йәнә студент тормошона әйҙәй. Был юлы Миләүшә Фәрит ҡыҙы Сибай институтында “Тарих, йәмғиәтте өйрәнеү һәм Башҡортостан мәҙәниәте” программаһы буйынса яңынан әҙерләү үтергә булышлыҡ итә. Ун йылға яҡын педагогик стажы булған йәш белгес бер ниндәй ауырлыҡтан да ҡурҡмай, тормош уның алдына сығарып ҡуйған һынауҙарҙы еңел үтә. Быға, әлбиттә, уның зирәклеге, белемлелеге булышлыҡ итә.
Миләүшә Фәрит ҡыҙының бер ҡыҙы һәм бер улы бар.
- Вилдан улым Өфө нефть университетын тамамланы һәм белеме буйынса эшләп йөрөй. Уҙған йылда улым мине киленле итте. Әйткәндәй, киленемдең исеме лә Миләүшә, ул уҡытыусы булып эшләй. Нурзидә ҡыҙым Магнитогорск дәүләт техник университетын ҡыҙыл дипломға тамамланы. Хәҙер Ҡашҡар урта мәктәбендә балаларға математика һәм информатиканан белем бирә, – тип балаларының уңыштары менән бүлешә әңгәмәсебеҙ.
Әткәндәй, ҡыҙы Нурзидәнең ҡыҙыҡһыныуы теүәл фәндәргә генә түгел. Ул сит телдәр өйрәнә. Мәҫәлән, төрөк телен яҡшы белә һәм бынан ике йыл элек Төркиәлә гид булып эшләй ул.
Миләүшә Вәлиеваны ауылдаштары сәхнә оҫтаһы булараҡ та яҡшы белә. Мөләйем ханым бейергә, төрлө ролдәргә инергә ярата. Был уның төрлө яҡлап үҫешкән шәхес булыуы тураһында ғына һөйләй.
- Әлеге эшемә килгәндә, мин уны яратып башҡарам. Унан башҡа, ауылдаштарымды яратам. Ауыл биләмәһе башлығы Илнур Илшат улы Ҡорбанғәлиев йыйған команда берҙәм, көслө һәм эшенә яуаплы. Бер эш тә халыҡ ярҙамынан тыш килеп сыҡмай. Шуға ла, форсаттан файҙаланып, ауылдаштарыма рәхмәтемде белдергем килә. Бигерәк тә йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡандарға оло рәхмәтлемен. Улар ауыл биләмәһенең бар проблемаларын хәл итергә ярҙам итә, – тип белдерҙе Миләүшә Фәрит ҡыҙы.
Юлдыбай ауыл биләмәһе хакимиәтендә эштәр идарасыһы булып оҙаҡ эшләмәһә лә, Миләүшә Фәрит ҡыҙы был ҡыҫҡа ғына осорҙа район Советының Маҡтау грамотаһы менән билдәләнеп тә өлгөргән.
Уҙған йылда Юлдыбай “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашты. Был осорҙа ауыл биләмәһе хакимиәте, шул иҫәптән Миләүшә Вәлиева ла күп эштәр башҡара. Унан тыш, "Айыҡ ауыл – 2022" конкурсын үткәреү осоронда ул "Алкоголизм – көсләп тағылған менталитет һөҙөмтәһе һәм ауылдарҙа уны бөтөрөү юлдары” тикшеренеү эше өҫтөндә эшләй Һәм Юлдыбай ауыл советы делегацияһы составында ғилми-ғәмәли конференцияға саҡырыла. "Айыҡ ауыл-2022"республика конкурсында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Диплом менән бүләкләнә.
Эштәр идарасыһының тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ ҡағыҙ эшен Миләүшә ҡыҙыҡлы эш тип атай. Минуты менән кеше мөрәжәғәтен хәл итеү, ауыр һорауҙарға яуап эҙләү кеүек мәсьәләләр яй ҡыбырлауҙы, аҙаҡҡа ҡалдырыуҙы өнәмәй. Бихисап ҡағыҙҙар тултырыу менән бер рәттән кешене тыңлай белеү, уның проблемаларын хәл итеү, ә, иң мөһиме, ауыл хакимиәтенә килгән һәр кемде тыңлай белеү – күптәр өсөн көс еткеһеҙ бурыс ул. Ә бына хеҙмәтенә хөрмәт менән ҡарағандар ғына хеҙмәттәштәре, етәкселәре тарафынан хөрмәт һәм ихтирам ҡаҙана, халыҡ һөйөүен яулай.
Фото ғаилә архивынан алынды.