Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Район прокуратураһында

Ауыҙыңды үлсәп ас!

Район прокуратураһы тарафынан 41 йәшлек иргә ҡарата ғәйепләү ҡарары сығарылды.

Ул РФ-һы Енәйәт Кодексының 319-сы статьяһы (власть вәкилен кәмһеткәне өсөн) буйынса хөкөм ителде.

Тәфтиш тикшереүе буйынса, ағымдағы йылдың ғинуар айында, 41 йәшлек ир, йәмәғәт урынында иҫерткес эсемлек ҡулланған килеш, кеше алдында полиция хеҙмәткәрен әҙәпһеҙ рәүештә мыҫҡыллаған һәм уға ҡарата һүгенеү һүҙҙәре ҡулланған.

Яуаплылыҡҡа тарттырылыусы үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған.

Суд ғәйепләнеүсегә ҡарата 120 сәғәт мәжбүри эш башҡарыу ҡарары сығарған.

Суд ҡарары үҙ көсөнә ингән.

Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡһаң – аҡсаңды әҙерлә

Йылайыр район-ара суды район проку-рорының урман фондына килтергән зыяны өсөн 177 мең һум түләтеү буйынса дәғүәһен ҡәнәғәтләндерҙе.

55 йәшлек граждан ҙур күләмдә урман ҡырҡыуҙа ғәйепләнә. Ир кеше 25 кубометрҙан артыҡ, атап әйткәндә, үҫеп ултырған 20 ылыҫлы ағасты (ҡарағай) рәхсәтһеҙ ҡырҡҡан.

Рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусы тарафынан 182 мең һумдан артыҡ зыян килтерелгән, шуның бары тик 5 мең һумы ғына ҡайтарылған.

Енәйәт ҡылыусы ҡалған штраф суммаһын үҙ теләге менән ҡайтармағанға, прокуратура судҡа уны мәжбүри түләтеүҙе талап итеп мөрәжәғәт итте.

Суд прокурор дәлиле менән тулыһынса килешеп, уны ҡәнәғәтләндерҙе. Суд ҡарарының үтәлеше прокурор күҙәтеүе аҫтында.

И.Р.Ғибәҙуллин,
район прокуроры ярҙамсыһы,
2-се класлы юрист.

Читайте нас: