Йылайыр районы прокуратураһы урлап ағас ҡырҡыусылар урман фондына килтергән 570 мең һум зыянды ҡаплатыу тураһында судҡа дәғүә ғаризаһы бирҙе.
Тикшереү барышында асыҡланыуынса, 2017 йылдың ноябрендә Ишбулды ауылының 35 йәшлек ике кешеһе, ағас алыу тураһында килешеү документында Юлдыбай ауылы кешеләренең ҡултамғаларын оҡшатып ҡуйып, Юлдыбай участка урмансылығы территорияһында 76 төп ҡарағайҙы ҡырҡҡан, шуның менән урман фондына 560 мең һумлыҡ зыян килтергән.
Бынан алда уҡ Йылайыр район-ара суды үрҙә әйтелгән кешеләргә ҡарата ағасты ҙур күләмдә законһыҙ ҡырҡҡан өсөн РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһы 2-се бүлегенең “г” пункты буйынса ғәйепләү ҡарары сығарған булған.
Урман фондына килтерелгән зыянды ҡаплатыу маҡсатында район прокуратураһы судҡа йәмғеһе 570 мең һумға дәғүә ғаризаһы бирҙе.
Суд прокурорҙың талаптарын ҡәнәғәтләндерҙе.
Суд ҡарарына ҡарата яҡтар яғынан ялыу булманы һәм ул законлы көсөнә инде. Ҡарарҙың үтәлеүен прокуратура контролдә тота.