Район прокуратураһы Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәүсе 38 йәшлек кадастр инженеры ҡатынға ҡарата административ эш ҡуҙғатыу тураһында ҡарар сығарҙы.
Тикшереү барышында асыҡла-ныуынса, кадастр инженерына бер бинаның – төҙөлөп бөтмәгән объекттың техник планын эшләп биреү тураһында ғариза менән Йылайыр ауылында йәшәүсе эшҡыуар ҡатын мөрәжәғәт иткән.
Әммә кадастр инженеры, ғәмәлдәге ҡануниәт нормаларын, атап әйткәндә, “Кадастр эшмәкәрлеге тураһында” 2008 йылдың 1 мартындағы 221-ФЗ һанлы Федераль законды боҙоп, төҙөлөш объектын барып ҡарамайынса ғына бинаның техник планын төҙөгән.
Район прокуратураһы тикшереү һөҙөмтәләре буйынса кадастр инженерына ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 14.35 статьяһы буйынса административ эш ҡуҙғатты.
Суд вазифалы кешене ғәйепле тип таныны һәм уға 30000 мең һум күләмендә штраф һалды.
Суд ҡарары законлы көсөнә инде, яҡтар тарафынан уға ҡарата ялыу бирелмәне, кадастр инженеры штрафты тулыһынса түләне.