Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Сентябрь 2019, 17:53

Радий Хәбиров Урал аръяғы йәштәре менән осрашты

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең эш сәфәре барышында Йылайырҙа Урал аръяғы йәштәре активы менән осрашты.

Радий Хәбировтың әңгәмә башында уҡ белдереүенсә, уның өсөн 10 ай элек Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнеү — ябай ғына тәғәйенләнеү түгел, ә республика халҡына хеҙмәт итеү мөмкинлеге.
«Мәскәүҙә эшләгән һәм йәшәгән йылдарҙа үҙ халҡыма хеҙмәт итеү, тыуған республикама бөтә көсөмдө биреү теләге ҙур ине. Ниһайәт, ошондай мөмкинлек тыуҙы. Минең өсөн төбәктең төп байлыҡтарының береһе – Башҡортостаныбыҙҙың барлыҡ халыҡтары араһында ныҡлы милләт-ара дуҫлыҡ», — тине ул.
Осрашыу барышында йәштәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе, һөйләшеү бик йәнле барҙы.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар биләмәне үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе. Улар араһында — ауыл хужалығына һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү, яңы юлдар төҙөү һәм муниципаль-ара транспорт бәйләнешен тергеҙеү, ағас әҙерләү һәм тәбиғи таш сығарыу өлкәһендә тәртип урынлаштырыу, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуға бәйле хәлде яйға һалыу, эскелеккә ҡаршы көрәш, мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу, туған телде һаҡлау һәм үҫтереү, тренерҙарҙы спорт мәктәптәренә йәлеп итеү һәм башҡалар.
Осрашыуҙа тикшерелгән барлыҡ мәсьәләләр мотлаҡ өйрәнелер, тип вәғәҙә итте республика етәксеһе.
«Һеҙ – Башҡортостандың киләсәге. Бөгөн асыҡтан-асыҡ һөйләшеүебеҙгә бик шатмын, – тине Радий Хәбиров. – Мин Башҡортостанға гәп һатырға һәм ресторандар буйлап йөрөргә ҡайтманым. Мин бында эш менән шөғөлләнәм. Нимәлер килеп сыға, нимәлер юҡ, ләкин мин һайлаған йүнәлешебеҙ республикаға файҙа килтерер тип ышанам. Барыһы ла тормошҡа ашыр!».
Читайте нас: