Рәмзил Рафаил улы комплекс директоры В.В.Скопинов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары А. В. Коротков, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Ф.Ф.Әбделмәнов, район Советы секретары Р.Ф.Нәҙерғолов оҙатыуында комплекстың спорт залын, бассейнын, тренажер залын, башҡа бүлмәләрен ҡарап сыҡты. Комплекста нисә бала шөғөлләнеүе, ниндәй йүнәлештәрҙә эш алып барыуҙары, ҡыҫҡаһы, “Йондоҙло” ФСК-ның тормошо менән депутатты комплекс етәксеһе Владимир Скопинов ентекләп таныштырҙы.
Бина буйлап экскурсиянан һуң, Р.Р.Ишһарин “Йондоҙло” сәләмәтләндереү комплексы хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Осрашыу бик йәнле барҙы. Рәмзил Рафаил улы коллектив менән ихлас аралашты, бөгөнгө көнүҙәк мәсьәләләр һәм проблемалар буйынса үҙ фекерен уртаҡлашты. Һорау – яуап форматында барған әңгәмәлә төрлө темалар күтәрелде: ауыл еренә йәш белгестәрҙе йәлеп итеү, сүп-сар реформаһы, Дәүләт Думаһы депутаты тормошо, уҡытыусы-тренер һөнәре үҙенсәлектәре һ.б. Комплекс хеҙмәткәрҙәре Рәмзил Рафаил улына үҙҙәрен борсоған шәхси һорауҙары менән дә мөрәжәғәт иттеләр.