Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Сентябрь 2019, 18:21

Республиканың бөгөнгө Хөкүмәте ҡасан отставкаға китә

8 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлайбыҙ. Тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләре 9 сентябрь иртәһендә билдәле буласаҡ.

Республика Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреүҙең рәсми йомғаҡтарын һайлауҙан һуң 10 көн эсендә баҫтырып сығара.
Шунан һуң инаугурация көнө билдәләнә. Унда республиканың һайланған Башлығы халыҡҡа һәм Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы конституциялырына тоғро булырға ике телдә ант бирә.
Шунан һуң, закон буйынса, республиканың һайланған Башлығы рәсми рәүештә вазифаһын үтәй башлай һәм хөкүмәт тулыһынса отставкаға китә. Яңылары тәғәйенләнгәнгә тиклем министрҙар вазифаларын үтәүҙе “ваҡытлыса башҡарусы” булып дауам итәсәк.
Читайте нас: