Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Сентябрь 2019, 18:41

Башҡортостан башлығы Үҫеш стратегияһын тәҡдим итте

Өфөлә Радий Хәбировтың инаугурацияһы уҙҙы. Һайланып ҡуйылған башлыҡ, ант биргәндән һәм рәсми рәүештә вазифаға ингәндән һуң, үҙенең 2025 йылға тиклемге эш стратегияһы һәм программаһы менән таныштырҙы.

“Владимир Путиндың илде үҫтереү өсөн май указдары булһа, беҙҙә – Башҡортостанда – сентябрь документы буласаҡ”, – тине Радий Хәбиров.
“Сентябрь указ”дарын бойомға ашырыу менән яңыртылған хөкүмәт шөғөлләнәсәк, уның составы ай дауамында билдәле буласаҡ. Радий Хәбиров белдереүенсә, үҫеш биш йыллығында үлемде кәметеү, тыуымды арттырыу бурысы ҡуйыла, ә йәшәү кимәлен яҡшыртыу һөҙөмтәһендә халыҡ республиканан ситкә китмәйәсәк, ә киреһенсә йәшәргә ҡайтасаҡ.
Биш йыл эсендә Башҡортостан биш мөһим йүнәлеш буйынса биш лидер төбәк исемлегенә инергә тейеш. Улар – кеше потенциалы, уңайлы йәшәү шарттары, иҡтисади үҫеш, инвестициялар һәм инфраструктура буйынса. Ғөмүмән, барлыҡ мөһим темалар ҙа халыҡтың ихтыяжынан сығып билдәләнгән.
Читайте нас: