Был турала ул муниципалитет башлыҡтары ҡатнашлығында үткән семинар барышында белдергән. Граждандарҙы борсоған мөрәжәғәттәрҙе тикшереү шуны күрһәтә: халыҡ өсөн ҡала-ауылдарҙа уңайлы мөхит булдырыу үтә лә мөһим мәсьәләләр иҫәбендә. Шуға күрә киләһе йылды “Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы: газондар, тротуарҙар, яҡтыртыу, ҡоймалар” тип атарға тәҡдим ителде. Шуныһы айырым иғтибарға лайыҡ, әүҙем кире бәйләнеш күҙәтелгән муниципалитеттарға финанслау ҙа арттырыласаҡ тип вәғәҙәләне Радий Фәрит улы