Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Ноябрь 2019, 12:10

Яңы һалым индереләсәк

Ил Президенты Кремлдә Хөкүмәт ағзалары менән сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡаралған төп темаларҙың береһе – профессиональ килемгә һалым индереү тәжрибәһе. Владимир Путин был системаға күпме кеше индерелеүе менән ҡыҙыҡһынды.

Ил Президенты Кремлдә Хөкүмәт ағзалары менән сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡаралған төп темаларҙың береһе – профессиональ килемгә һалым индереү тәжрибәһе. Владимир Путин был системаға күпме кеше индерелеүе менән ҡыҙыҡһынды.

Әле ул дүрт төбәктә — Мәскәүҙә, Мәскәү һәм Калуга өлкәләрендә, Татарстанда ғына ғәмәлдә. Финанс министрлығы киләһе йылдан профессиональ килемгә һалымды илдең 19 төбәгендә, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла индерергә тәҡдим итте.

Нимәнән ғибәрәт һуң ул профессиональ килемгә һалым төшөнсәһе? Ябай тел менән аңлатҡанда, ул кешеләргә ҙур булмаған бизнестан һәм өҫтәмә эштән килемде рәсмиләштерергә ярҙам итеү өсөн индерелә. Мәҫәлән, фатирын ҡуртымға биреүселәр, таксистар, бала ҡараусылар, репетиторҙар, фотографтар һәм башҡалар өсөн. Иң мөһиме - дөйөм килем йылына 2,4 миллион һумдан ашмаҫҡа тейеш.
Һалым буйынса ставкалар НДФЛ йәки һалымдың башҡа төрҙәренә ҡарағанда түбәнерәк. Әгәр ябай һатып алыусылар менән эшләһәгеҙ - 4%, юридик берәмектәр һәм шәхси эшҡыуарҙар менән - 6%. Бынан тыш, унда ҡатмарлы отчет юҡ һәм онлайн кассалар кәрәкмәй.

Яңы һалым индерелһә, ул 10 йыл ғәмәлдә буласаҡ.

Әйтергә кәрәк, яңы һалым режимы тәжрибәһе эшҡыуарҙарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан һәм әленән үк был яңылыҡты уңышлы тип атарға була. Бөгөн Рәсәйҙә “үҙ-үҙенә” эшләгән 260 мең эшҡыуар теркәлгән.

Был режимдың төп маҡсаты ниндәй һуң? Иң беренсе, һалымдар түләмәгән, теркәлмәгән бизнес вәкилдәренә легаль эшләү мөмкинлеген биреү. Тимәк, улар банктарҙан кредиттар ала, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө дәүләт ярҙамы сараларын ҡулланасаҡтар.



Читайте нас: