Ауыл уттары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Ноябрь 2019, 11:30

Яһалма интеллект – технологик үҫештең киләсәге

Яңыраҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында яһалма интеллект өлкәһендә технологияларҙы үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтте. Унда яһалма аҡыл тармағында эшләүсе биш меңләп эксперт ҡатнашты.

Яңыраҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында яһалма интеллект өлкәһендә технологияларҙы үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтте. Унда яһалма аҡыл тармағында эшләүсе биш меңләп эксперт ҡатнашты.

– Яһалма интеллект - киләсәктең технологик үҫешендә төп йүнәлештәрҙең береһе. Рәсәй иһә был тәңгәлдә бойондороҡһоҙ булырға тейеш, – тине Владимир Владимирович.
Күп кенә үҫешкән илдәр яһалма интеллект технологиялары буйынса төрлө план ҡорған. Әлбиттә, проекттары ғәмәлгә лә ашырыла, беҙ ҙә артта ҡалырға тейеш түгелбеҙ.

Рәсәйҙә бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Иң мөһиме, маҡсатлы ниәттәрҙе тормошҡа ашырыуҙа кадрҙар талап ителә. Уларҙы ситтән йәлеп итәбеҙме, үҙебеҙҙекеләрҙе үҫтерәбеҙме нисек кенә булмаһын, "аҡыллы баштар" яһалма интеллект булдырыуҙа иң кәрәкле кешеләр.

Владимир Путин да шулай тип белдерҙе:"Рәсәйгә үҙ һәләтлеләрен һаҡлау һәм бөтә донъянан иң яҡшы белгестәрҙе йәлеп итеү мөһим". Был тәңгәлдә программистар, математиктар, компьютер лингвистары, мәғлүмәт эшкәртеүсе белгестәрҙе әҙерләүгә ҙур иғтибар биреү мотлаҡ. Ошо йүнәлештә фәнни тикшеренеүҙәрҙе финанслауҙы арттырырға кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Әйткәндәй, ил башлығының әлеге өлкә менән ҡыҙыҡһыныуы беренсегә түгел.

– Кем яһалма интеллек өлкәһендә монополия тыуҙыра ала, шул донъя менән хакимлыҡ итә аласаҡ, – тип иҫәпләй В.В. Путин.

Читайте нас: