Рәсәй Президенты Владимир Путин власҡа ҡарата тәнҡит һаҡланырға тейешлеген, дәүләт власын тәнҡитләү тураһындағы ҡанун уны тыйыуға йүнәлтелмәгәнен һыҙыҡ өҫтөнә алып, фекерен әйтте.
“ Һәр цивилизациялы дәүләт үҙенең милли символдарын “бысратыу”ҙан һаҡлана. Был ҡанундың төп мәғәнәһе лә халыҡ тарафынан власты тәнҡитләүҙе тыйыу түгел, ә тап шунда. Тәнҡит булырға, һаҡланырға һәм властың эшен яҡшыртыуҙа йоғонтоло ҡорал булырға тейеш, “ – тине Путин БРИКС саммитының йомғаҡлау пресс-конференцияһында. Власть, киреһенсә, конструктив тәнҡиткә мохтаж, тип билдәләне ул.
Дәүләт власын тәнҡитләү тураһындағы ҡанунды ҡулланыу практикаһына килгәндә, Путин Рәсәйҙә яза еңел икәнен, башҡа илдәрҙә дәүләт символдарын “бысратҡан” өсөн күпкә етдирәк яуаплылыҡ булыуын билдәләне.