Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Ноябрь 2019, 11:25

“Стратегик партнер булараҡ ҡабул итәбеҙ”

Рәсәй Президенты Владимир Путин 13-14 ноябрҙә БРИКС-тың Бразилияла үткән 11-се саммитында ҡатнашты. Саммит барышында БРИКС бизнес-форумы һәм ике яҡлы осрашыуҙар ойошторолдо.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 13-14 ноябрҙә БРИКС-тың Бразилияла үткән 11-се саммитында ҡатнашты.
Саммит барышында БРИКС бизнес-форумы һәм ике яҡлы осрашыуҙар ойошторолдо.
Владимир Путин Ҡытай лидеры Си Цзиньпин, Бразилия етәксеһе, Һиндостан башлығы Нарендра Моди менән һөйләште, шулай уҡ яңы үҫеш банкы президенты менән осрашты.
Быйылғы Саммитты ойоштороусы яҡ – Бразилия Президенты Жаир Болсонару менән һөйләшеүҙе Владимир Владимирович бизнес-форумдың юғары кимәлдә ойошторолоуы өсөн рәхмәт һүҙҙәренән башланы.
– Беҙ Бразилияны мөһим стратегик партнер булараҡ ҡабул итәбеҙ. 2018 йылда ике ил араһындағы дипломатик бәйләнештәрҙең булдырылыуына 190 йыл тулды. Бразилия өлөшөнә Рәсәйҙең Латин америкаһы төбәге менән һатыу итеүенең 30 проценты тура килә, былтыр был күрһәткес 50 миллиард долларға барып етте, – тине Владимир Путин. – Беҙҙең етештереүселәребеҙ Бразилияның титанға булған ихтыяжын 100 процентҡа ҡаплай, калий ашламаһында – 17 процентҡа. Рәсәйҙең Бразилияла тупланған капитал һалыуҙары яҡынса 1,5 миллиард доллар тәшкил итә, улар башлыса углеводород табыу, электр энергетикаһы, ауыл хужалығы продукцияһын һаҡлау һәм эшкәртеү, порт инфраструктураһы өлкәһендә концентрацияланған. Тура инвестициялар Рәсәй фонды Бразилиялағы партнерҙары менән Рәсәй – Бразилия инвестплатформаһын булдырыу буйынса эш алып баралар. Йыһан навигацияһын үҫтереү буйынса яҡшы ғына мөмкинлектәр бар.
Юғары кимәлдәге комиссия Рәсәй Хөкүмәте рәйесе һәм Бразилияның Вице-президенты етәкселегендә эшләй.
Читайте нас: