Ауыл уттары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Ноябрь 2019, 10:45

Хаҡлы ялдағы спортсылар ниндәй күләмдә стипендия ала?

Рәсәй Президенты Владимир Путин пенсия йәшенә еткән Олимпия уйындарының көмөш һәм бронза призерҙарына түләнгән стипендия күләмен арттырҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин пенсия йәшенә еткән Олимпия уйындарының көмөш һәм бронза призерҙарына түләнгән стипендия күләмен арттырҙы.
Тейешле указ дүшәмбе көнө хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми порталында баҫылған.
Яңы указға ярашлы, ә ул 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк, Олимпия уйындарының пенсия йәшенә еткән көмөш призерҙары ай һайын 39 мең һум, бронза награда эйәләре – 30 мең һум аласаҡ.
Олимпия уйындарының хаҡлы ялға сыҡҡан көмөш һәм бронза призерҙарына стипендия 2018 йылдың майында булдырылғайны.Ошоға тиклем көмөш призерҙарға айына 24 мең һум, ә бронза призерҙарға 18 мең һум түләнә ине. Әгәр инде спортсы бер үк ваҡытта көмөш һәм бронза призер булһа, уға юғарыраҡ дәрәжәләге миҙалы өсөн стипендия түләнә.
Читайте нас: