Рәсәй Президенты Владимир Путин XIII “Рәсәй транспорты” Халыҡ-ара форумы һәм күргәҙмәһендә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Транспорт өлкәһен эффектив үҫтереү проблемаһы мөһим дәүләт приоритеттары иҫәбендә. Тейешле телеграмма Кремлдең сайтында баҫылған.
“Һеҙҙе XIII “Рәсәй транспорты” Халыҡ-ара форумы һәм күргәҙмәһе асылыуы уңайынан сәләмләйем. 210 йыл элек, беҙҙең илдә берҙәм транспорт ведомствоһы һәм беренсе профилле уҡыу йорто булдырылыу менән, бәйләнеш юлдарын проектлау, төҙөү һәм ҡулланыу системалы нигеҙ алды. Уҙған ваҡыт арауығында бик күп быуын ғалимдары, инженерҙары һәм белгестәре илебеҙҙең транспорт комплексының формалашыуында ғәйәт ҙур өлөш индерҙе. Транспорт өлкәһен эффектив үҫтереү проблемаһы мөһим дәүләт приоритеттары иҫәбендә икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алам, – тиелә телеграммала.
Президент белдереүенсә, комплекс инфрастуктураһын модернизациялау, эре логистик үҙәктәрҙе һәм халыҡ-ара сауҙа коридорҙарын, ышаныслы һәм хәүефһеҙ транспорт средстволарын булдырыу һәм идара ҡарарҙарын оптимәлләштереү мөһим мәсьәләләр исемлегендә. Путин шулай уҡ инновацион технологияларҙы әүҙем индереүҙең мөһимлеген билдәләне, дәүләт-шәхси партнерлыҡты механизмдарын киңерәк ҡулланырға саҡырҙы.