Швейцария хөкүмәтенең рәсми сайтында хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, йәғни 21 ноябрҙә Швейцария президенты Ули Маурера һәм Рәсәй президенты Владимир Путиндың Мәскәүҙә осраша. Һөйләшеү барышында ике төп тема – Сирия һәм Украиналағы хәл-торош һәм Рәсәй-Швейцария араһындағы иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү ҡараласаҡ.
Тағы ла Маурер Путин менән Көньяҡ Кавказ төбәгендәге хәл-торош хаҡында ла фекер алышырға ниәтләй.
Бынан алда Кремлдең матбуғат хеҙмәте Владимир Владимирович Ули Маурер менән ике ил араһындағы хеҙмәттәшлек һәм көнүҙәк халыҡ-ара темалар буйынса һөйләшәсәк тип хәбәр иткәйне.
Мәскәүҙәге осрашыуҙан һуң Швейцария президенты эш сәфәре менән Ҡаҙағстанға осасаҡ, бында ул ил президенты Ҡасим-Йомарт Тоҡаев менән осрашасаҡ һәм уның менән халыҡ-ара кимәлдә ике яҡлы бәйләнештәр һәм хеҙмәттәшлек хаҡында һөйләшәсәк.