Ауыл уттары
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Ноябрь 2019, 13:55

Путин: “Милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу “Берҙәм Рәсәй”ҙең төп эше”.

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Берҙәм Рәсәй”ҙең иң мөһим бурысы – милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу тип белдерҙе. Был фекерҙе ул партияның 19-сы съезында әйтте.

“Бөтә милли проекттар буйынса күҙгә күренерлек һөҙөмтәләргә ирешеүгә иғтибарығыҙҙы йүнәлтеүегеҙҙе һорайым, - тине президент, - Кешеләр позитив үҙгәрештәрҙе һиҙергә тейештәр, ә иң мөһиме - үҙҙәре лә был эштә ҡатнашып, беҙҙең дөйөм эш кеше тормошон позитив, сифатлы үҙгәрештәргә алып барғанын күреүҙәре.”
Путин кешеләр менән бергә булыу, уларҙың проблемаларын, мохтажлыҡтарын, ихтияждарын яҡшы белеү һәм, иғтибар итеп, шунда уҡ хәл итеү юлдарын эҙләү партияның эшендә иң мөһиме икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Читайте нас: