Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Ноябрь 2019, 14:30

Путин менән Зеленский телефон аша аралашты

Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй президенты Владимир Путин һәм уның Украиналағы коллегаһы Владимир Зеленский араһында телефон һөйләшеүе була.

Аралашыу Киев инициативаһы буйынса, Парижда 9 декабрҙә “норманд форматында”планлаштырылған осрашыу алдынан үтте.
Ил башлыҡтары һөйләшеү барышында 2018 йылдың ноябрендә Рәсәй дәүләт сиген законһыҙ үткән өс хәрби кораблде ҡайтарыу тураһында һөйләште, тип бүлешә Кремль.
Ошо уҡ ваҡытта Зеленскийҙың офисы Facebook селтәрендә украина илбашсыһы Киевҡа бирелгән катер һәм буксирҙан хәрби ҡорал, ҡорамалдар һәм документтарҙы ҡайтарырға һораны, тип яҙа.
Бынан тыш, Путин Зеленский менән газ проблемалары тураһында һөйләшә, шул иҫәптән һүҙ Рәсәй газын Украинаға транзитлауҙы дауам итеү һәм тура тәьмин итеүҙе тергеҙеү тураһында бара.
Президенттар төрлө кимәлдә бергә эш итеүҙе дауам итергә килешкән.
Sputnik радиоһы алдан Зеленский Путинға шәхси осрашыуҙа “күп нәмәләр” хаҡында әйтергә йыйына тип хәбәр иткәйне.
Читайте нас: