Ул “Адмиралтейские верфи” заводына барасаҡ, унда Владимир Владимирович “Николай Зубов” патруль карабын төҙөй башлау тантанаһында ҡатнашасаҡ. Президентҡа шулай уҡ был аҙнала хәрбиҙәргә тапшырылған “Петропавловск-Камчатский” субмаринаһын һәм әле төҙөлөп ятҡан ике боҙватҡысты күрһәтәсәктәр.
Бынан тыш, дәүләт башлығы УЕФА һәм Бөтә донъя иҡтисади форум президенттары менән аралашасаҡ, юбилейы айҡанлы “Турбостроитель” дзюдо клубына инеп сығасаҡ, яҙыусы Даниил Гранинға һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ.
Көндөң иң мөһим ваҡиғаларының береһе – ике Рәсәй башҡалаһын тоташтырыусы тиҙлекле М11 трассаһын файҙаланыуға тапшырыу.