Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Ноябрь 2019, 10:55

Путин төбәк етәкселәре менән ҡышҡылыҡҡа әҙерлек тураһында һөйләшәсәк

Владимир Путин энергетика министры Александр Новак һәм “Газпром” башлығы Алексей Миллер менән осрашты.

Владимир Путин энергетика министры Александр Новак һәм “Газпром” башлығы Алексей Миллер менән осрашты.
Осрашыуҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин көҙ-ҡыш миҙгеленә әҙерлек тураһында был өлкәлә ауырлыҡтар кисереү ихтималлығы булған төбәктәрҙең етәкселәре әңгәмәләшергә ниәтләүен белдерҙе.
“Һеҙҙең менән бер нисә һорауҙы ҡарап сығырға теләр инем. Беренсеһе – ҡышҡы шарттарҙа энергетиканың эше. Белеүегеҙсә, төбәк кимәлендә, үкенескә күрә, бөтә ерҙә лә эштәр туҡтауһыҙ бармай. Ошо күренештәр менән осрашҡан кешеләр өсөн был ҙур ауырлыҡтар тыуҙыра. Шундай төбәктәрҙең етәкселәре менән мин әле эшләйәсәкмен, “ – тине Путин.
Артабан Путин Новак һәм Миллерҙан ҡышҡы шарттарҙа оло энергетика нисек эшләп килеүе хаҡында һөйләүҙәрен һораны.
Читайте нас: