Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Ноябрь 2019, 13:35

“Рәсәй – Ислам донъяһы” форумы эш башлай

Бөгөн,йәғни 28 ноябрҙә Өфөлә «Рәсәй — Ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмөнөң бишенсе ултырышы асыла. Быйылғы ултырышының төп темаһы — «Конфессия-ара татыулыҡ: Рәсәйҙең һәм Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы илдәренең тәжрибәһе».

Форумдың абруйлы ҡунаҡтары: Рәсәйҙең сит ил эштәр министры урынбаҫары Михаил Богданов, Рәсәйҙең Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы ҡарамағындағы даими вәкиле Рамазан Абдулатипов, Федерация Советының халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Фәрит Мөхәмәтшин, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академия ректоры Александр Яковенко.
Ултырыш эшендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың, Татарстан президенты Рөстәм Миңлехановтың, шулай уҡ илдең бер нисә төбәге етәкселәренең ҡатнашыуы көтөлә.
Форум барышында пленар һәм өс эш ултырышы, төбәктең инвестиция йәлеп итеү буйынса күргәҙмәһен ойоштороу күҙаллана. Бынан тыш, Евгений Примаков исемендәге халыҡ-ара премияһын тапшырыу тантанаһы уҙасаҡ.
Сарала ҡатнашыусыларға шулай уҡ Рәсәйҙә нәшер ителгән ғилми-дини хеҙмәттәр күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин.
Читайте нас: