Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Ноябрь 2019, 10:55

Путин Коллектив хәүефһеҙлек тураһындағы килешеү ойошмаһы саммитында ҡатнаша

Рәсәй Президенты Бишкәк ҡалаһында үткән Коллектив хәүефһеҙлек тураһындағы килешеү ойошмаһының Коллектив хәүефһеҙлек советы сессияһында ҡатнаша.

Рәсәй Президенты Бишкәк ҡалаһында үткән Коллектив хәүефһеҙлек тураһындағы килешеү ойошмаһының Коллектив хәүефһеҙлек советы сессияһында ҡатнаша.
Владимир Путин, Беларусь Республикаһы Президенты Александр Лукошенко, Әрмәнстан Республикаһының Премьер-министры Никол Пашинян, Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Ҡасым-Йомарт Тоҡаев, Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты Сооронбай Жээнбэков, Таджикистан Республикаһы Президенты Эмомали Рахмон һәм Коллектив хәүефһеҙлек тураһындағы килешеү ойошмаһының Генераль секретары вазифаһын башҡараусы Валерий Семериков сикләнгән составта осраштылар.
Артабан һөйләшеүҙәр делегация ағзалары – сит ил эштәре министрҙары, оборона министрҙары, дәүләт хәүефһеҙлеге Советы секретарҙәры ҡатнашлығында дауам итте. Саммитта ҡатнашыусылар Коллектив хәүефһеҙлек тураһындағы килешеү ойошмаһы сиктәрендә үҙ-ара бәйләнештең төп темаларына әңгәмәләштеләр,көнүҙәк төбәк һәм халыҡ-ара проблемалар буйынса фекерҙәре менән бүлештеләр.
Быларҙан тыш, ултырыш барышында, Владимир Путин Коллектив хәүефһеҙлек тураһындағы килешеү ойошмаһында Рәсәй рәйеслегенең 2020 йылдағы төп йүнәлештәрен билдәләп үтте.
Кремлин.ру фотоһы
Читайте нас: