Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Ноябрь 2019, 10:55

Путин “Рәсәй - Ислам донъяһы” форумы ҡатнашыусыларына сәләмен еткерҙе

Рәсәй Президенты Өфөлә үткән“Рәсәй - Ислам донъяһы” форумы ҡатнашыусыларына үҙенең мөрәжәғәтен еткерҙе. Уны осрашыуҙы асыу ваҡытында төркөм рәйесе, Татарстан Президенты Рөстәм Миңнеханов уҡып ишеттерҙе.

«Рәсәй — Ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмөнөң форумы Рәсәйҙең һәм Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы илдәренең үҙ-ара ышаныслы мөнәсәбәтен нығытыу сараһы буласаҡ. Был һүҙҙәр Рәсәй Президентының сәләмләүендә әйтелә.
“Һеҙ эшлекле йөкмәткеле дискуссия үткәрерһегеҙ, ә уй-фекерҙәрегеҙ һәм башланғыстарығыҙ беҙҙең илдәр һәм халыҡтар араһында ышанысты, аңлашыусанлыҡты нығытыр тип ышанам,” – тиелә мөрәжәғәттә.
Путин Рәсәйҙең һәм Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы илдәренең халыҡ-ара хоҡуҡты һәм демократик тәртипте беренсе урынға ҡуйыуҙарын һәм глобаль масштабта тыныслыҡты һәм хәүефһеҙлекте һаҡлау яҡлы булғандарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Читайте нас: