Ауыл уттары
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Декабрь 2019, 10:55

Путин: Бөтә Рәсәй пациенттар союзы медицина ярҙамының сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итә

Рәсәй Президенты Х Бөтә Рәсәй пациенттар конгрессы ҡатнашыусыларына сәләмләүен еткерҙе. Телеграмма Кремлдең сайтына ҡуйылған.

Рәсәй Президенты Х Бөтә Рәсәй пациенттар конгрессы ҡатнашыусыларына сәләмләүен еткерҙе. Телеграмма Кремлдең сайтына ҡуйылған.
“Союз, үҙенең алдына ҙур һәм мөһим маҡсаттар – ҡаты сирле кешеләргә ярҙам итеүҙе ҡуйып, медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыу, һаулыҡ һаҡлау системаһында граждандар контроле институты булдырыу, ҡануниәтте камиллаштырыу кеүек мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн дәүләт органдары, табиптар һәм эксперттар йәмғиәттәре менән конструктив бәйләнеште бар яҡлап нығытырға ынтыла,” – тип билдәләне Путин.
Путин, форум эшлекле һәм ижади юҫыҡта үтер, тәжрибә алмашыуға этәргес булыр, Бөтә Рәсәй пациенттар союзының позицияһы һаулыҡ һаҡлау һәм медицина өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтендә,квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә иҫәпкә алыныр, тигән ышаныс белдерҙе.
Читайте нас: