Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Декабрь 2019, 10:55

Бергә йөрөүе күңеллерәк!

Рәсәй Президенты Владимир Путин тағы бер яңы ҡанунға ҡул ҡуйған. Ул бер туған балаларҙы бер үк балалар баҡсаһына йәки бер үк белем усағының башланғыс кластарына уҡырға биреү мөмкинлеге тураһында.

Бер генә мәктәп, балалар баҡсаһы булған ауылдарҙа был проблема юҡ, әлбиттә, ә бына ҙурыраҡ ерҙә йәшәгәндәргә, ишле бала тәрбиәләгәндәргә ауырға төшә. Бынан ары улар бер балаһын – бер, икенсеһен бөтөнләй икенсе яҡтағы мәктәп-балалар баҡсаһына йөрөтөп, эшкә барыр алдынан былай ҙа тар булған ваҡытын әрәм итмәйәсәк.
Яңы ҡанун ғаиләләрҙе нығытыуға, яҡындарың менән аралашыу өсөн күберәк ваҡыт бүлергә, ата-әсәйҙәргә эшкә һуңламай йөрөргә, ә инде кескәйҙәргә иртәнсәктән яҡшы кәйеф менән баҡсаға йәки мәктәпкә барырға ярҙам итәсәк.
Читайте нас: