Сербия президенты Сочиға килде, бында ул бөгөн Владимир Владимирович менән осраша. Вучич һүҙҙәренсә, Бедград ошоға тиклем тәбиғи газды бары тик Украина һәм Венгрия аша алған.
– “Банатски двор” ер аҫты газ һаҡлағысын зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итттек һәм тултырҙыҡ, бында 450 миллион кубометр газ һыйҙырылды, беренсе кварталда көнөнә 2,5 миллион кубометр газ арттырыу өсөн тағы ла 100 миллион кубометр өсөн өҫтәмә урын булдырҙыҡ, күберәк килеп сыҡмай, – тип белдергәйне Вучич Сочиҙан Сербияның милли телевидениеһына. – Рәсәй Федерацияһы менән килешеүгә ярашлы беҙҙең 6,2 миллион кубометр газыбыҙ бар, ә сығымдарыбыҙ – 12 миллион кубометр тирәһе һәм әлегә ҡалған газды ҡайҙан алырға тип эҙләйбеҙ. Беҙҙең Рәсәйҙәге дуҫтарыбыҙ был проблеманы хәл итеүҙә ярҙам итер тип уйлайым, – ти Сербия президенты.
Әлеге ваҡытта Сербия территорияһында Болгария сигенән алып Венгрияға тиклем газ үткәргесе төҙөлә, унан “Төркия ағымы” буйынса зәңгәр яғыулыҡ үтәсәк тип күҙаллана. һүҙ үткәреү һәләте йылына 12,87 миллиард кубометр булған 402 километр оҙонлоғондағы тармаҡ тураһында бара.
Сербияның тау эше һәм энергетика министры Александр Антич һүҙҙәренсә, Венгрияға “Төрөк ағымы” аша газ биреү өсөн тәғәйенләнгән компрессор станцияһы 2020 йылда төҙөлөп бөтәсәк, сербия тармағының торба үткәргесен төҙөү эштәре билдәләнгән план буйынса ашырыла һәм быйыл тамамланасаҡ. Болгарияла “Төркиә ағымы” газын ҡабул итеү инфраструктураһы 2020 йылдың беренсе яртыһында төҙөләсәк.