“Беҙҙең мөнәсәбәттәр эҙмә-эҙлелекле һәм ышаныслы үҫешә. Үткән йылда тауар әйләнешенең үҫеше 21 процент тәшкил итте. Ағымдағы йылдың тәүге 8-9 айынды тағы ла 15 процент өҫтәлде. Етмәһә ассортимент киңәйгәндән киңәйә бара, был бик яҡшы күрһәткес. Машина төҙөү, ауыл хужалығы продукциялары, минераль ашламалар, һәм, әлбиттә, энергетика. “Газпром” шыйыҡландырылған тәбиғи газ тапшыра башланы. “Роснефть” нефть продуктарына 80 процент мохтажлыҡты ҡаплай. Электроэнергия менән тәьмин итеү бар. Ауыл хужалығы продукциялары беҙҙең тауар әйләнешендә мөһим роль уйнай,” – тине ил Президенты Владимир Путин.