Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Декабрь 2019, 18:40

Ватан Геройҙары иҫтәлегенә

Илебеҙ Ватан Геройҙары көнөн билдәләйәсәк. Был иҫтәлекле дата календарҙа 2007 йылдың 28 февралендә барлыҡҡа килде, һәм шул ваҡыттан алып “Рәсәйҙең Хәрби дан көндәре һәм иҫтәлекле даталары тураһында”ғы Федераль законда билдәләнде. Иҫтәлекле дата сифатында 9 декабрь шуның өсөн һайлана: тап ошо көндө (иҫке стиль буйынса 26 ноябрь) император Екатерина II Еңеүсе Изге Георгий орденын булдыра, уның менән яу ҡырында ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән яугирҙәрҙе наградлайҙар. 1917 йылға тиклем был көндө Рәсәйҙә Георгий кавалерҙары байрамы билдәләнгән. Хәҙер 9 декабрҙә Советтар Союзы Геройҙарын, Рәсәй Геройҙарын, Изге Георгий ордены һәм Дан ордены кавалерҙарын хөрмәтләйҙәр.

Ватан Геройҙары көнө хәрби батырлыҡтар һәм Рәсәй армияһы Геройҙары тарихын берләштерергә, үҙ ғүмерен фиҙа ҡылып, Тыуған иле хаҡына батырлыҡ ҡылған кешеләр хаҡында хәтергә төшөрөргә тейеш.
Бөгөн, йәғни 6 декабрҙә Өфөнөң Еңеү паркында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ватан Геройҙары көнө уңайынан Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәленә веноктар һалды.
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын тыңлағандан һуң тантанала ҡатнашыусылар яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған Ватан һаҡсыларын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Читайте нас: