Белоруссияныҡыларҙы оҙатыу менән Бочаров Ручейға Германия вәкилдәре килде.
- Беҙҙең осрашыуҙар изге йолаға әүерелде. Ағымдағы эшебеҙ хаҡында һөйләшеү, эшлекле шарттарҙа төрлө өлкәләрҙәге перспектив проекттар буйынса фекер алышыу өсөн беҙ бындай форматта дүртенсе тапҡыр осрашабыҙ.
Германия – беҙҙең мөһим иҡтисади партнерҙарыбыҙҙың береһе. Беҙ немец бизнесының прагматизмын һәм бергәләшеп эшләүгә әҙерлеген юғары баһалайбыҙ, ике дәүләттең дә оҙайлы мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн артабан да ике яҡлы бәйләнеште эҙмә-эҙлекле үҫтерергә тырышабыҙ, – тине Рәсәй Президенты осрашыуҙы асып.
Германия – төп инвесторыбыҙҙың береһе. Әлегә ул беҙҙең ил иҡтисадына 20 миллиард доллар һалған. Рәсәй ҙә уларға инвестор – 10 миллиард долларға торошло капиталыбыҙ шунда.
Рәсәйҙә был илдең 5000-ләп компанияһы эшләй. Беҙҙең тышҡы сауҙа партнерҙары араһында Германия Ҡытайҙан ҡала икенсе урында тора.
Беҙҙең ил был бай Европа дәүләтенә нефть, тәбиғи газ һата. Былтыр хатта газ яғыулығы күләме буйынса рекорд ҡуйылған – 55,5 миллиард кубометр һатылған.
Ғөмүмән, аралар йылы һәм бәйләнеш әүҙем хәрәкәттә. Ике яҡ та ҡәнәғәт.