Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Декабрь 2019, 13:05

Башҡортостан йәнә лидерҙар иҫәбендә

Беҙҙең республика Рәсәйҙә «Инцидент менеджмент» системаһында эшләү буйынса лидерҙар иҫәбенә ингән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мониторинг системаһы республикала 2018 йылдың октябренән индерелде. Нисек эшләй ул? Система проблемалы һорауҙарҙы асыҡлай һәм уларҙы профилле министрлыҡтарға, ведомстволарға йәки муниципалитеттарға ебәрә. Күпселеккә ҡағылған мөрәжәғәттәргә ул «инцидент» статусын бирә.
– 2019 йылдың 1 ғинуарынан 75 меңдән ашыу «инцидент» теркәлгән һәм эшкәртелгән. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе юлдарҙы тәртиптә тотоуға, биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, йәмәғәт транспорты эшенә, экологияға, һаулыҡ һаҡлауға һәм мәғарифҡа ҡағыла», — тип һөйләй республика башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская.
«Инцидент менеджмент»та эшләү буйынса рейтинг лидерҙары – Стәрлетамаҡ, Сибай, Благовещен, Мәләүез, Туймазы, Иглин һәм Өфө райондары, шулай уҡ Өфөнөң Октябрь районы.
Читайте нас: