Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Декабрь 2019, 18:50

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәне уҡығанда залды илатты

10 декабрҙә «Торатау» конгресс-холында Радий Хәбиров традицион ғаилә ҡиммәтәре хаҡында һөйләгән саҡта «Минең атайым алдаша» социаль видеоролигын күрһәтте.

Видеороликты күрһәткәс, Башҡортостан башлығының Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәтнамәһен тыңларға саҡырылғандарҙың күбеһенең күҙҙәре йәшләнде, тип хәбәр итте «Башинформ» хәбәрсеһе.
«Беҙ агрессив, яһалма субмәҙәниәткә, уны childfree тип атайҙар, йәштәрҙе юлдан яҙҙырыуға мөмкинлек бирә алмайбыҙ. Беҙҙең юл – ныҡлы ғаиләләр, күп балалыҡ, балаларҙы изгелек, выждан, намыҫлы хеҙмәт, ғаилә һәм тоғролоҡ ҡанундарына таянып тәрбиәләү», — тине Хәбиров.
фото: Башинформ
Читайте нас: