Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Декабрь 2019, 18:55

Башҡортостан Башлығының тематик сәғәттәре – иң яҡшы төбәк практикаһы

Башҡортостан Башлығының тематик (тармаҡ) сәғәттәре иң яҡшы төбәк практикаһы тип танылды һәм “Киләсәк төбәге” номинацияһында федераль премияға лайыҡ булды. Мәскәүҙә үткән бүләкләү тантанаһында Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко республика Башлығы Радий Хәбировҡа ошо премияны тапшырҙы.

Башҡортостан менән бергә номинанттар иҫәбенә шулай уҡ Ленинград һәм Төмән өлкәләре инде, әммә республикабыҙ ышаныслы еңеү яуланы.
– Беҙ, субъект башлыҡтары, үҙебеҙсә яңы алымдар уйлап сығарырға тырышабыҙ. Шул уҡ ваҡытта барыбыҙ ҙа конкурентлы мөхиттә йәшәйбеҙ. Беҙ – Татарстанды, улар беҙҙе күҙәтә. Мәскәү өлкәһенән, ҡалаһынан, Силәбенән, башҡа төбәктәрҙән нимәгәлер өйрәнәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бындай тактика әүәлдән килә. Тик әле ошо эште системалаштырыу мөмкинлеге бар. Сит илдәрҙән өйрәнәһе түгел, халыҡтың тормошон яҡшыртыу өсөн төбәккә яҡшыраҡ идара итеү алымдары менән уртаҡлашҡан һәләтле кешеләр үҙебеҙҙә лә бик күп.
Бер йылдан ашыу республика Башлығы Башҡортостан Хөкүмәтендә “Инвестиция сәғәте”, “Туризм сәғәте”, “Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте”, “Ҡала мөхите сәғәте”, “Сәләмәтлек сәғәте”, “Мәғариф сәғәте”, “Башлыҡ сәғәте”, кеүек тематик кәңәшмәләр үткәрә. Улар теге йәки был тармаҡтағы иң киҫкен мәсьәләләргә иғтибарҙы йүнәлтеп, уларҙы комплекслы хәл итеү мөмкинлеген бирә.
Кәңәшмәләрҙең көн тәртибенә йыш ҡына республика халҡы күтәргән темалар ҙа инә. Мәҫәлән, “Төҙөлөш сәғәт”тәрендә ҡабул ителгән ҡарарҙар һөҙөмтәһендә 11 йорт проблемалылар иҫәбенән сығарылды һәм меңдән ашыу алданған өлөшсөнөң хоҡуғы тергеҙелде. 39 “Инвестиция сәғәте”ндә 153 инвестиция проекты ҡаралды. Ә “Сәләмәтлек сәғәт”тәрендәге ҡарарҙар медицина ярҙамы сифатын яҡшыртырға, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытырға, кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итергә булышлыҡ итте.
Мәғлүм булыуынса, Социаль тикшеренеүҙәр буйынса эксперт институты тарафынан булдырылған “Иң яҡшы төбәк практикалары” премияһы беренсе тапҡыр тапшырыла һәм ун номинацияны үҙ эсенә ала. Уның маҡсаты – Рәсәй төбәктәренең ыңғай социаль һөҙөмтә биргән иң уңышлы, өлгө алырлыҡ ғәмәлдәрен билдәләү.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: