Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Декабрь 2019, 17:50

«Туҡта суррогат» акцияһының тәүге көндәрендә 800-ҙән ашыу мөрәжәғәт килгән

«Туҡта суррогат» акцияһының тәүге көндәрендә республика Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйына дәүләт комитетының ҡыҙыу бәйләнешенә халыҡтан рөхсәтһеҙ алкоголь таратыу урындары хаҡында 275 шылтыратыу килде, «Хәүефһеҙ мөхит» порталына 574 сигнал ҡабул ителде.

Дөйөм алғанда, 849 мөрәжәғәт алынды. Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйына дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев билдәләүенсә, ялған алкоголь һатырға тырышыуҙан тыш, легаль һатыусылар яғынан ҡануниәтте боҙоу осраҡтары булыуы ихтимал. Әйтәйек, байрам көндәрендә хәмер һатыу ваҡыты сикләнә, шулай уҡ 1 ғинуарҙан араҡыға, коньякка һәм башҡа ҡаты спиртлы эсемлектәргә минималь хаҡ арта. Әүҙемселәр рейдтар ваҡытында ошо ҡағиҙәләрҙе үтәүгә лә иғтибар бирә.
«Был акция бер тапҡыр ғына үткәрелергә тейеш түгел. Ошо эште артабан да дауам итербеҙ», — тине «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, акцияның шарттары буйынса, йәшерен рәүештә сурррогат етештереү һәм һатыу тураһында хәбәр иткән граждандарға аҡса түләнә. Ялған алкоголь етештереүселәр хаҡында мәғлүмәт өсөн – 50 мең һум, һатыусы тураһында – 2000 һум. Мәғлүмәтте «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Халыҡ контроле» партия проектының [email protected] электрон почтаһына, «Хәүефһеҙ мөхит» порталында Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына (тәүлек әйләнәһенә) һәм +7 (347) 218-09-87 телефоны буйынса (эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан киске 7-гә тиклем) ебәрергә мөмкин.
Читайте нас: