Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Декабрь 2019, 17:55

Тағы бер тематик сәғәт барлыҡҡа киләсәк

Республика Хөкүмәтендә үткән йомғаҡлау кәңәшмәһендә хәбәр итеүҙәренсә, киләһе йылдың ғинуарында Башҡортостанда “Сәнәғәт сәғәте” уҙғарыла башлаясаҡ.

Кәңәшмәлә төбәктең сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев сәнәғәт секторының аҙаҡҡы 11 айҙағы эш йомғаҡтары менән таныштырҙы. Уның әйтеүенсә, 2019 йылдың ғинуар-ноябрендә төбәктә сәнәғәт етештереүе индексы 104,2 процент тәшкил иткән (Рәсәй буйынса уртаса кимәлдән 1,8 пунктҡа юғарыраҡ). Продукция сығарыу күләме 1,6 триллион һумға еткән.
– Һандар үҙҙәре үк уңыштарҙы асыҡ сағылдыра, сәнәғәт беҙҙе ҡыуандыра, – тине Радий Хәбиров. – Был – республикабыҙ иҡтисадының төп этәргес көсөн тәшкил иткән предприятиеларҙың тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе ул.
Республика Башлығы Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына 2020 йылда власть органдары яғынан иғтибар һәм ярҙам талап ителгән предприятиелар менән системалы эшкә күсергә, тармаҡтағы мәсьәләләрҙе хәл итеү алымдары буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: