Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Ғинуар 2020, 16:50

Радий Хәбиров алдынғылар рәтендә

Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы Рәсәй төбәктәре етәкселәренең декабрҙәге йоғонтололоғо рейтингын баҫып сығарҙы. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың урыны тағы ла нығынған – өс баҫҡысҡа күтәрелеп, унынсы урынды биләй.

“Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Өфө халыҡ-ара аэропортында йөк терминалын проектын төҙөүҙе бойомға ашырыу өсөн 1,3 миллиард һумлыҡ инвестициялар йәлеп итеү тураһындағы мәғлүмәте ыңғай ҡабул ителде”, – тип яҙа агентлыҡ эксперты.
Татарстан Президенты Рөстәм Минниханов үҙ урынын юғалтып, алтынсы баҫҡысҡа төшкән. Иң тәүге өс урынды Мәскәү ҡалаһы мэры Сергей Собянин, Чечен Республикаһы Башлығы Рамзан Ҡадыров, Тула өлкәһе губернаторы Алексей Дюмин биләй.
Фото: БР Башлығы сайтынан.
Читайте нас: