Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Ғинуар 2020, 16:55

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе – Михаил Мишустин

Сәйәсәт, һалымдар, ғөмүмән, ил яңылыҡтары менән даими ҡыҙыҡһынып тороусыларға уның исеме яҡшы таныш.

“Йәшлек” гәзитенең рәсми сайтынан хәбәр итеүҙәренсә, Михаил Владимирович Мишустин 1966 йылдың 3 мартында Мәскәү өлкәһенең Лобня ҡалаһында тыуған. Атаһы Шереметьево аэропортында эшләгән, әсәһе - медицина хеҙмәткәре. Буласаҡ премьер мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған.
Артабан Мәскәү дәүләт станкоинструменталь институтында, унан аспирантурала уҡыған. Дәүләт хеҙмәтенә күскәнсе эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнеп алған. Халыҡ-ара компьютер клубы (МКК) идараһын етәкләгән, был тармаҡта арыу ғына тәжрибә туплаған кеше.
1998 йылда Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе ярҙамсыһы булып эшкә килгән. Шул тармаҡта министр урынбаҫары кимәленә күтәрелгән.
Михаил Мишустин Күсемһеҙ милек объекттары кадастры федераль агентлығын (Роснедвижимость) да, айырым иҡтисади зоналар менән идара итеү федераль агентлығын (РосОЭЗ) да етәкләгән.
2008 йылда отставкаға киткәс, бер йылдан Рәсәй Президентының кадрҙар резервына индерелгән һәм 2010 йылдан алып, Хөкүмәт Рәйесе итеп тәғәйенләнгәнгә тиклем РФ Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе булып эшләгән.
1-се класлы дәүләт советнигы, иҡтисади фәндәр докторы.
Ғаиләле. Өс бала атаһы.
Яңы Премьер-министр спорт менән дә дуҫ, хоккей уйнай. ЦСКА клубының күҙәтеү советында тора.
Роялдә лә уйнай икән.
Наградалары: Почет һәм дүртенсе дәрәжә "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордендары, РФ Президентының Почет грамотаһы.
Читайте нас: