– Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы сығышы менән Учалынан, ғүмере буйына тиерлек социаль өлкәлә, һуңғы 8 йылда Учалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһында эшләгән, ул бик дәртле етәксе, уның кандидатураһын хуплауығыҙҙы һорайым, — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика башлығы 4 йыл Ҡыйғы районына етәкселек иткән Шамил Мөхәмәтдиновҡа рәхмәт белдергән һәм уға Салауат Юлаев орденын тапшырған.
Әйткәндәй, ул Өфөгә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы аппаратына эшкә күсә.
Ҡыйғы районы советы депутаттары Зөһрә Гордиенконың кандидатураһын бер тауыштан хуплай һәм уны район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләй.