Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Ғинуар 2020, 13:11

РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ РАДИЙ ХӘБИРОВ РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ ДӘҮЛӘТ СОВЕТЫ ПРЕЗИДИУМЫ СОСТАВЫНДА

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы президиумының яңы составын раҫланы.

Уға һигеҙ төбәк башлығы ингән. Улар: Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов, Волгоград өлкәһе губернаторы Андрей Бочаров, Ҡабарҙы-Балҡар башлығы Казбек Коков, Сахалин өлкәһе губернаторы Валерий Лимаренко, Тверь өлкәһе губернаторы Игорь Руденя, Алтай крайы губернаторы Виктор Томенко, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡурған өлкәһе губернаторы Вадим Шумков. Фото БР Башлығы сайтынан алынды.
Читайте нас: