Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
31 Ғинуар 2020, 18:15

Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса совет ултырышы уҙҙы

Путин Красногорскта урындағы үҙидараны үҫтереү, урындағы үҙидараның милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа роле буйынса совет ултырышын уҙғарҙы.

Ултырыштың төп мәсьәләһе - урындағы үҙидараның төп маҡсаттарын һәм үҫеш перспективаларын билдәләү. Владимир Путин белдереүенсә, беҙҙә яҡын арала 2030 йылға тиклемге осорға тәғәйенләнгән урындағы үҙидараны үҫтереү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәре проекты эшләнергә тейеш.
Президент муниципаль структураларҙың финанс хәле күп ауылыҡтарҙың сәбәбе булып тороуын һәм уны ҡулайлаштырыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу темаһына килгәндә, Путин муниципаль властарҙың кабинетта ултырырға тейеш түгеллегенә, халыҡ араһына сығып эшләргә, кешеләр менән көнүҙәк проблемалар буйынса фекер алышырға тейешлеген билдәләне
Шулай уҡ ил етәксеһе һәр төбәктә лә замана технологияларын – һанлы платформаларҙы үҫтерергә кәрәклеген билдәләне: былар барыһы халыҡтың көнүҙәк проблемааларын хәл итеүҙә, һорауҙарына, инициативаларына тиҙ яуап биреүгә ярҙам итәсәк.
Фото: кремлин.ру
Читайте нас: