“Тауыш биреү пункттарына килеп, халыҡ ошо үҙгәрештәрҙең тормошҡа ашыуын теләйме-юҡмы икәнен белдерһен, илебеҙ граждандары төҙәтмәләр тураһындағы законды ҡабул иткән йәки кире ҡаҡҡан һуңғы инстанция булһын ине”, – тине дәүләт башлығы йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашыуҙа.
Президент әйтеүенсә, Конституцияға тәҡдим ителгән үҙгәрештәрҙе индереү өсөн тейешле закондың парламентта ҡабул ителеүе һәм төбәк властарынан етерлек хуплау күләмен йыйыу шарт. “Ләкин үҙгәрештәр ғәмәлгә инһен өсөн был осраҡта, минеңсә, ябай процедуралар ғына етмәй”, – тине Владимир Путин.
"Башҡортостан" гәзите, Лилия Давлетбакова