Документ кесе йома көнө хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми интернет-порталында баҫылған. Закон Дәүләт Думаһы тарафынан 23 ғинуарҙа ҡабул ителгән һәм Федерация Советы тарафынан 2020 йылдың 30 ғинуарына тиклем раҫланған.
Унда хәбәр ителеүенсә, РФ Ғаилә кодексының 86-сы статьяһына үҙгәрештәр индереләсәк. Уға ярашлы, ата-әсәнең һәр ҡайһыһы суд тарафынан ошондай маҡсатҡа өҫтәмә сығымдар индереүҙә ҡатнашырға йәлеп ителеүе мөмкин.