Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Февраль 2020, 17:50

Милли проект: Бюджет урындары артасаҡ

БР Башлығы Радий Хәбиров бер нисә көн элек Мәскәүҙә Дәүләт советы президиумының киңәйтелгән ултырышында, шулай уҡ Рәсәй Президенты эргәһендәге Фән һәм мәғариф буйынса совет ултырышында ҡатнашты. Ил Президенты Владимир Путин рәйеслегендә үткән саралар иҡтисад һәм социаль тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләү йүнәлешендә төбәктәр ролен күтәреү һорауҙарына арналды.

Владимир Путин билдәләүенсә, юғары мәктәп системаһы йүнәлешендәге иң көнүҙәк һорау мәғариф ресурстарының тәү сиратта Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында, был тотош Рәсәй биләмәһен тиң үҫтереү йәһәтенән уйланырға мәжбүр итә.

– 2021 йылдан башлап даими рәүештә бюджет урындарын арттырасаҡбыҙ. Иғтибар иң тәүҙә заманса белемле кадрҙарға ҡытлыҡ кисергән төбәктәргә бүленәсәк. Алдағы дүрт йылда ошо маҡсатҡа 70 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк. Был ғына аҙ. Шуға ла Хөкүмәткә төбәктәрҙәге юғары белем биреү йорттарын модернизациялау өсөн комплекслы сараларҙы ғәмәлгә ашырыу күрһәтмәһен бирәм, – тине Президент.

Ултырышта ҡатнашыусылар урта һөнәри һәм юғары белем белем биреү системаһының бөгөнгө талаптарға тап килеү-килмәүе тураһында фекер алышты, мәғариф, фән ойошмалары, бөтә кимәл власть органдары һәм эш биреүселәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыу буйынса яңы саралар уйлап табыу һәм уларҙы ҡулланышҡа индереү һорауҙарын өйрәнде.

Дәүләт советы президиумы ултырышы алдынан ике көнлөк семинар-кәңәшмә үтте. Уға ярашлы, төбәк етәкселәре төркөмдәргә бүленеп эшләне. Семинарҙа тупланған тәҡдимдәр президиум ултырышында ҡаралды.
Белем биреү системаһын камиллаштырыу, йәштәргә уҡырға мөмкинлек биреү (мәҫәлән, бушлай уҡыу) илдә ғәмәлгә ашырылған "Мәғариф" милли проекты маҡсаттарына ирешеүгә булышлыҡ итәсәк.
Фото: Т. Аманов.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова. "Йәшлек" гәзитенән
Читайте нас: