Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Февраль 2020, 11:00

Владимир Путин Федераль Именлек хеҙмәтенә мөһим эш ҡушты

Рәсәй Президенты Федераль Именлек хеҙмәтенең (ФСБ) коллегияһы ултырышында ҡатнашып, ведомство эшмәкәрлегенә баһа бирҙе һәм алдағы көндәргә етди бурыс йөкмәтте.

Путин ФСБ хеҙмәткәрҙәрен иҡтисадтың мөһим өлкәләрен криминалдан таҙартыу буйынса әүҙемерәк эшләргә саҡырҙы. Эйе, иң мөһиме - иҡтисади хәүефһеҙлекте тәьмин итеү. Шунһыҙ алға китеш булмай.
- Следует использовать положительный опыт по выявлению преступных схем в финансовой и налоговой сферах, в топливно-энергетическом и оборонно-промышленном комплексах. Нужно неукоснительно соблюдать права граждан и хозяйствующих субъектов, а при получении информация о нарушениях прав предпринимателей — оперативно реагировать, - тине Владимир Путин.
Һәм айырыуса милли проекттарҙы коррупциянан һаҡларға ҡушты. Был эште Генераль прокуратура, Эске эштәр министрлығы, Иҫәп палатаһы, Росфинмониторинг менән берлектә эшләргә кәрәклеген дә әйтте.
Аҙаҡтан былай тип тә өҫтәне:
- Алдығыҙға ҡуйған бурыстарҙы намыҫлы үтәйһегеҙ. Артабан да оҫта, һөҙөмтәле һәм ышаныслы эшләүегеҙгә ышанам.
Читайте нас: