Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Февраль 2020, 11:30

Бөрйән ҡояштан көс-ҡеүәт алып торасаҡ

Кисә Өфөлә “Экспо” халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә Рәсәй сәнәғәт форумы асылды. Был оло йыйынға Рәсәйҙең 15 ҡалаһынан делегация килде һәм өс көн барасаҡ сарала 240 спикерҙың сығыш яһауы көтөлә.

– Башҡортостандың баш ҡалаһында был форум 19-сы тапҡыр үткәрелә, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров, сәләмләү һүҙе менән сығыш яһап. – Беҙҙең сарала Рәсәйҙең 15 төбәге, шулай уҡ Германия, Италия һәм Беларусь вәкилдәре ҡатнаша.
Форумда һәм “Машиналар эшләү”, “Өфөнөң инновация ҡеүәте” махсуслаштырылған күргәҙмәләрендә биш меңгә яҡын белгес ҡатнаша. Күргәҙмәләр 500 квадрат метрҙы биләй һәм унда ҡатнашыусылар араһында Башҡортостандан 45 предприятие бар. Бынан тыш Рәсәйҙең 80 компанияһы үҙ продукцияһын ҡуйған. Илебеҙ сәнәғәтселәре форумының был юлы ла яңы типтағы иҡтисадты формалаштырыу, инновация системаһының нығыныуы һәм эшҡыуарлыҡ субъекттарының етештереү өлкәһе менән йоғонтоло хеҙмәттәшлеге буйынса көнүҙәк темаларға фекер алышыу майсансығына әүерелеүе көтөлә. Форумға федераль һәм төбәк дәүләт власы органдары, Рәсәйҙең иң ҙур сәнәғәт концерндары һәм корпорациялары етәкселәре саҡырылған. Ә күргәҙмәлә беҙҙең республика баш ҡалаһынан тыш Силәбе, Омск, Екатеринбург, Ижевск предприятиелары ла ҡатнашырға теләк белдерҙе. Экспонаттар буйынса Башҡортостандың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы “Иң яҡшы инновация эшләнеше, технологияһы һәм проекты” тигән конкурс үткәрергә йыйына.
Форум сиктәрендә “Ҙур һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ: төбәк-ара хеҙмәттәшлек – инновация ҡеүәтен арттырыу шарты” тигән түңәрәк өҫтәл үткәрелә, “Өфөлә сәнәғәт туризмын үҫтереү проектының исем туйы” һәм “Инновация эшләнештәре биржаһы” секциялары ла эшләй. Был ике секцияны Өфө ҡала хакимиәте ойошторған.
Сараның эшлекле программаһына Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Рәсәй машина эшләүселәр союзы, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Хәрби-сәнәғәт комиссияһы коллегияһы, Экологик, технологик һәм атом күҙәтеүе федераль хеҙмәте етәкселәре саҡырылған. Форумда биш интерактив майҙансыҡта 12 бизнес-тренинг үткәреләсәк, 26 эшлекле сара ойошторола, юғары уҡыу йорттары араһындағы кадрҙар форумында ғына ла 4 500 кеше ҡатнаша.
“Сәнәғәт үҫеше стратегияһы. Өҫтөнлөктәр һәм уңышлы тәжрибә” пленар ултырышы йыйындың төп сараһы булды, уның эшендә республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты. Ә иң зауыҡлыһы күренеш, моғайын, Бөрйәндәге электр станцияһын асыу булғандыр. Рәсәйҙәге иң ҙур гибрид ҡояш электр станцияһын асыу видеоэлемтә рәүешендә барҙы, Радий Фәрит улы рөхсәт иткәс тә, экрандағы Бөрйән энергетиктары кнопкаға баҫты һәм предприятиеның эшләп китеүен һанлы тапшырыу аша сағыу итеп күрһәттеләр.
Форум сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте менән “Хэвел” төбәк регенерацияһы”, “Башагрополимер” йәмғиәттәре, “Аркада” сәнәғәт берекмәһе, Рәсәй кластерҙар һәм техник парктарҙың үҫеше ассоциацияһы араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Республика яғынан был документтарға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров ҡул ҡуйҙылар.
Автор фотоһы.
"Башҡортостан" гәзите.
Читайте нас: