Халык-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Рәсәй Президенты Владимир Путин эш сәфәре менән Иваново өлкәһендә булды.
Дәүләт Башлығы Иваново өлкәһе губернаторы Станислав Воскресенский менән төбәктең социаль-иҡтисади хәле менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Президент Ивановолағы балалар поликлиникаһында да булды, “Полет” парашют заводында йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашты.
Ил Башлығы барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән тәбрикләне.
Владимир Путин Ивановола балалар һанының 18 процентҡа артыуын, бының яҡшы күрһәткес булыуын билдәләне.
Ил Башлығы йәмәғәтселек вәкилдәре менән төрлө темаларға һөйләште, уларҙың һорауҙарын, тәҡдимдәрен тыңлап, ҡарарҙар ҡабул итте.
Фото: yandex.ua
Ләйсән Якупова