“Тәү сиратта үҙәмә яҡын булға һаулыҡ һаҡлау өлкәһе тураһында әйткем килә. Бик мөһим төҙәтмәләр индерелгән: медицина ярҙамы түләүһеҙ, сифатлы һәм һәр кем алырлыҡ булырға тейеш. Ғәмәлдәге Конституцияла былар хаҡында әйтелмәгән, - тей Римма Әмир ҡыҙы.
Депутат әйтеүенсә, медицина ярҙамы өсөн тейешле шарттар булдырыласаҡ, йәғни табиптар, квалификациялы белгестәр, фельдшерҙар менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу, яңы ФАП-тар төҙөү, диспансеризацияның һөҙөмтәлелеген арттырыу күҙаллана.
Шулай уҡ Римма Үтәшеваны айырыуса ҡыуындырған икенсе күренеш – ул сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу өсөн шарттар тыуҙырыуға бәйле тәҡдим.
Депутат төҙәтмәләр төплө булыуын, оҙаҡ йылдарға ҡаралыуын һәм был төҙәтмәләр өсөн үҙенең тауышын бирергә әҙерлеген белдерҙе.