Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Март 2020, 12:15

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина Рәсәй Конституцияһына индереләсәк төҙәтмәләргә ҡарата фекерен белдерҙе

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина Рәсәй Федерацияһының Конституцияһына индереләсәк төҙәтмәләргә ҡарата фекерен белдерҙе.

Гөлнур Ҡолһарина фекеренсә, йәмәғәтселәр өсөн был төҙәтмәләрҙә иң мөһиме - граждандар институтына ярҙам, иғтибар булыуы һәм күп милләтле илебеҙҙә телдәрҙе, мәҙәниәтте һаҡлау.
“Беҙ, граждандар институты вәкилдәре булараҡ, был яңылыҡты хуплайбыҙ, сөнки Владимир Путин дәүләткә етәкселек иткән осорҙа йәмәғәт ойошмалары һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булды һәм әле лә шулай. Бөгөн ижтимағи-сәйәси ойошмалар илдәге һәр процеста әүҙем ҡатнаша, социаль һәм гуманитар йүнәлешле проекттарҙы тормошҡа ашыра, дәүләт нигеҙен билдәләгән мәңгелек ҡиммәттәрҙе – ғаиләне, әсәлекте, балалыҡты, атайҙар мәктәбен яҡлау һәм хәстәрләү буйынса күп эштәр башҡара, үҫеп килгән быуында ватансылыҡ тойғоһо, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй. Шулай уҡ Конституциялағы яңы үҙгәрештәрҙең күп милләтле Рәсәй халҡының тарихын, телен, мәҙәниәтен һәм асылын һаҡлап ҡалыу йәһәтенән әһәмиәтле буласағы ла беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы”.
Читайте нас: