Шәмбе көндө Йылайыр ауылының Балалар ижады йорто бер аҙға әкиәттәге батша һарайына әйләнде: унда кескәй һылыуҡайҙар “Принцессалар балы”на йыйылды. Районда беренсе тапҡыр уҙғарылған “Бәләкәй принцессалар балы”на һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙсыҡтар саҡырылды.
Балға килгән ҡыҙҙарҙы ингән ерҙән үк әкиәт персонаждары, сәләмдәр биреп, яҡшы кәйефтәр теләп, ҡаршы алып торҙо. Артабан һылыуҙарҙы махсус бүлмәгә оҙаттылар. Был бүлмәлә ҡыҙҙар үҙ ҡулдары менән таж эшләп кейҙеләр, алһыу сикәләренә аквагрим һалдылар һәм принцессалар һүрәттәрен төшөрҙөләр. Принцессаларға Балалар ижад йортоноң оҫталары ярҙам итте.
Артабан үҙ ҡулдарын менән эшләнгән таждарҙы кейгән бәләкәй принцессаларҙы тамаша залына үтеүҙәрен һоранылар. Уларҙы район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин сәләмләп, тылсымға ышанырға саҡырҙы, яҡшы кәйеф, күңелдәрҙә һәр саҡ яҙ йылыһы булыуын теләне.
Кисә дауамында принцессалар өсөн “Незабудка” балалар өлгөлө ҡурсаҡ театры (етәксеһе Л.Хаҡбирҙина) “Ҡуянҡай йорто” тигән рус халыҡ әкиәтен сәхнәләштерҙе. Шулай уҡ был көндә бал ҡунаҡтарына йырҙар, бейеүҙәр арналды. Принцессалар балы, әлбиттә, бейеүһеҙ үтмәне. Балға “яңылыш” килеп эләккән әкиәттәге Мальвина, бәләкәй принцессаларҙы бейеүгә саҡырҙы. Береһенән-береһе һылыу, ҡупшы күлдәкле, тажлы байрамдың төп биҙәктәре – ҡыҙҙар Мальвинаға ҡушылып бейенеләр, күңел астылар, һәләттәрен күрһәттеләр.
Район хакимиәтенең, район ойошмаларының һәм учреждениеларының уртаҡ көсө менән ойошторолған “Бәләкәй принцессалар балы” 20-нән ашыу ҡыҙыҡайҙы һәм уларҙың ата-әсәһен йыйҙы. Һәр принцесса район хакимиәтенән, бағымсыларҙан бүләктәр алды, матур-матур теләктәр ишетте. Әммә ҡыҙҙарҙың ошо тәүге балдарынан яҡшы кәйеф, яңы дуҫтар, онотолмаҫлыҡ хәтирәләр алып ҡайтыуҙары күпкә мөһимерәктер.