Ауыл уттары
0 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Май 2020, 16:54

Яңы ысулдар

Был ысулдар ҡыҙыу фекер алышыу тыуҙырған

20 майҙа Федерация Советы Рәсәйҙә һайлау үткәреү өсөн өҫтәмә формалар индерелгән өс законды бер юлы хупланы.
Уларҙың береһендә дистанцияла электрон тауыш биреүҙе үткәреү ҡа¬рала. Тәжрибә Мәскәүҙә урындағы үҙ¬идара органдарына һайлауҙа уҙға¬рыласаҡ. Дистанцияла электрон һайлау граждандың ғаризаһы буйынса Мәскәү ҡалаһы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәренең махсус төбәк про¬граммаһын файҙаланып үткәреләсәк.
Яңы закон проекты сәйәси даи¬рә¬ләрҙә ҡыҙыу фекер алышыу тыу¬ҙырҙы: айырым партия вәкилдәре тауыш биреүҙең яңы формаларының һайлауҙа һәм уның һөҙөмтәләрен бар¬лауҙа контролде тәьмин итеүенә шикләнә. Күп эксперттар, тауыш би¬реүҙең был ысулы ил Конституцияһы буйынса дөйөм тауыш биреүҙә лә файҙаланыла ала, тип иҫәпләй.
Хәлдәрҙең ошолай үҫеше, онлайн-тауыш биреүгә техник әҙерлек бындай һайлауҙа йәмәғәтселек күҙәтеүе мәсьәләләре Мәскәү һәм Башҡорт¬остан эксперттарының онлайн-осрашыуында ла тикшерелде. “Яблоко” партияһының Башҡортостандағы тө¬бәк бүлексәһе рәйесе Альберт Хөсә¬йенов, һайлау процедураһы күҙгә-күҙ ҡарап коронавирус инфек-цияһынан зарарланған кешеләр булмаған хәлдә генә үткәрелергә мөмкин, тине.
Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәте үҫеше һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Александр Брод иһә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе: “Беҙ һайлауҙа дистанцияла ҡатнашыуҙың яңы формалары ҡулланылған Европанан коллегалар менән кәңәш¬ләштек. Мәҫәлән, Польшала тауыш биреү почта аша үткәрелгән. Ә Эстонияла эш интернет аша уңышлы бара, һәм байтаҡ һайлаусылар был форманы хуплаған. Беҙҙе асыҡлыҡ, шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау мәсьә¬ләһе борсой. Әгәр Рәсәй Президенты Федерация Советы раҫлаған закондарға ҡул ҡуйһа, әлбиттә, тауыш биреүҙең яңы формаларында шәхсән мәғлүмәттәргә контроль һәм уларҙы яҡлауҙы тәьмин итеү буйынса Үҙәк һайлау комиссияһы менән эшлә¬йәсәкбеҙ”.
Мәскәүҙән “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһының башҡарма директоры Алена Булгакова, дистанцияла тауыш биреү тәү сиратта һайлау кампаниялары ваҡытында файҙаланыласаҡ, һәм ул ил Конституцияһы буйынса үткәре¬лергә тейешле тауыш биреүгә ҡағылмаясаҡ, тип белдерҙе. “Был формалар дәүләтебеҙ өсөн яңы түгел. 2011 йылда Санкт-Петербургтың Закондар сығарыу йыйылышына почта аша тауыш биреү тәжрибәһе булғайны. Бындай тәжрибә шулай уҡ Свердловск һәм Ярославль өлкәләрендә үткәрелде. Биш төбәктең закондарында почта аша тауыш биреү мөмкинлеге нығытылған. Эште дистанцияла башҡарыуға килгәндә, йәмәғәт контроле өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыр кәрәк. Мәҫәлән, тауыш биреүҙе ойоштороусылар менән күҙәтеүселәр өсөн программаға инеү асҡысы. Һөҙөмтәлә уларҙың барыһы ла тауыш биреү процесында теге йәки был граждандың системала ниндәй мәғлүмәттәр ҡалдырғанын күрә аласаҡ. Көстәрҙе берләштереү һәм эш барышына йәмәғәт контроле булдырыу өсөн әле булған мөмкин¬лектәргә өҫтәмәләр мөһим”.
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА
Читайте нас: