Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Май 2020, 11:05

Бына ниндәй программалар үҙ көсөнә инде

“Эпидемиологик сирҙәргә ҡаршы эш итеү” һәм “Көрсөккә ҡаршы саралар” тигән яңы программалар


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “Башҡортостанда тышҡы факторҙарға, шул иҫәптән яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле, иҡтисадтың тотороҡлолоғон арттырыу өсөн ҡабул ителгән беренсе сираттағы саралар тураһындағы” бойороғона ярашлы, республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фондында проекттарға аҡса¬лата ярҙам иткән финанс ҡорал¬дары араһында “Эпидемиологик сирҙәргә ҡаршы эш итеү” һәм “Көрсөккә ҡаршы саралар” тигән яңы программалар барлыҡҡа килде. Фондты финанс менән өҫтәмә тәьмин итеүгә республика ҡаҙна¬һынан 200 миллион һум аҡса бүленде. Был турала республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
“Эпидемиологик сирҙәргә ҡаршы эш итеү” программаһы ошондай сирҙәрҙе асыҡлаған ҡорамалдар, һаҡланыу өсөн тауарҙар, иҫкәртеү һәм дауалау, шулай уҡ шәхси яҡлау саралары, дарыу һәм медицина әйберҙәре, башҡа вирус инфекцияһы таралыуҙан һаҡлау һәм ҡаршы тороу тауарҙарын етештергән компанияларҙы финанслауға йүнәл¬телгән. Бындай предприятиеларға ташламалы заем биреләсәк, улар аҡсаны кәрәкле ҡорамал, сеймал, материалдар һәм үтә кәрәкле сит ил тауарҙары алыуға тотона ала (бында, мәҫәлән, үпкәне яһалма елләтеү аппараты, шулай уҡ ватан аналогтары булмаған юғары технологиялы медицина ҡора¬мал¬дары инә).
“Көрсөккә ҡаршы саралар” програм¬маһының маҡсаты – тышҡы фактор¬ҙарҙы, шул иҫәптән яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефен иҫәпкә алып, иҡтисадтың аныҡ секторына тотороҡло эшләүгә булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота. Уға ярашлы, сәнәғәт етештереүен булдырыу, киңәйтеү һәм яңыртыу буйынса проекттарға финанс ярҙамы күрһәтелә, сығарылған тауар күләмен арттырыу саралары ҡарала. Республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды предприятиеларға ябайлаш¬ты¬рыл¬ған тәртиптә маҡсатлы заемдар бирә.
Ике программа буйынса ла проект¬тарҙы ҡарау тиҙләтелгән режимда башҡарыла. Әле Фонд 112 миллион һумлыҡ алты проектты финанслап өлгөргән дә инде.
2020 йылдың 24 апрелендә рес¬публиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды, “Эпидемиологик сирҙәргә ҡаршы эш итеү” программаһына ярашлы, Өфөнөң “Фабрик косметик” һәм Ҡырмыҫҡалы районының “Дэлекса” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре проекттары 20,1 миллион һум күләмендә финансланған. “Фабрик косметик” йәмғиәте проектының дөйөм бюджеты 45,8 миллион һум тәшкил итә, фонд уларға 14,6 миллион һумлыҡ заем биргән. Проектты тормошҡа ашырған саҡта бер миллиард һумдан ашыу торған тауар сығары-ласаҡ, ете эш урыны булдырыла, бынан килгән һалым 36,4 миллион һум тәшкил итәсәк. “Дэлекса”ның проекты 7,3 миллион һум тәшкил итә, фондтан алынған заем – 5,5 миллион һум. Проект тор¬мошҡа ашырылғас, килем 114 миллион һумға етәсәк, бюджетҡа 2,3 миллион һум һалым инәсәк һәм юғары етеш¬те¬реүсәнле өс эш урыны булдырыласаҡ.
Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу COVID-19 вирусы таралыу хәүефе һәм пандемия шарттарында предприя¬тиеларға ихтыяж артҡан дезинфекция һәм антисептик тауарҙар етештереү ҡеүәтен арттырыуға булышлыҡ итәсәк.
Шулай уҡ тәү сиратта эпидемиологик ауырыуҙарға ҡаршы көрәш өсөн тауарҙар етештереүҙе үҙләштергән предприятиеларға кредит ярҙамы күрһәтелде. Заемдар 24 айға бирелгән, уларҙың процент ставкаһы йылына бер процент тәшкил итә. Бына улар:
– “Станкомонтаж” (ЕСМ) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Стәрлетамаҡ районы, Яңы Отрадовка ауылы. “Үпкәне яһалма елләтеү аппараты өсөн клапандар һәм штуцерҙар етештереүҙе ойоштороу” проекты буйынса – 25 миллион һум (республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды аҡсаһына);
– “Альтернатива” пластмасса әйбер¬ҙәр заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Октябрьский ҡалаһы. “Эпидемиологик ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәшеү, биләмәләрҙе санитар эшкәртеү өсөн кәрәкле тауарҙар етештереү” проекты буйынса – 25 миллион һум;
– “Эш кейеме комбинаты” йәмғиәте, Өфө ҡалаһы. “Санитар-гигиена битлеген етештереүҙе ойоштороу” проекты буйын¬са – 24,544 миллион һум (респуб¬ликаның Сәнәғәтте үҫтереү фонды аҡсаһына);
– “Ишембай ойоҡ фабрикаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Ишембай ҡалаһы. Уларға “Көрсөккә ҡаршы саралар” проекты буйынса республи¬каның Сәнәғәтте үҫтереү фонды программаһы сиктәрендә 17 миллион һумлыҡ заем бүленгән.
Аҡса тәү сиратта кәрәкле ҡорамал¬дар, сеймал, материалдар һәм комплектлаусылар, шулай уҡ үтә мөһим әҙер тауар алыуға йүнәлтелә. Маҡсатлы заем аҡсаһын эш хаҡын түләүгә, башҡа кредит һәм заемдарҙы ҡаплауға тотонорға ярамай.
Читайте нас: